Ethnologue («Этно́ло́г»; тулы атамаһы — Ethnologue: Languages of the World— «Этнолог: Донъя телдәре») — донъя телдәре буйынса иң билдәле белешмәлек, SIL International (элек Summer Institute of Linguistics — «Йәйге лингвистика институты») тарафынан эшләнеп, баҫма һәм электрон төрҙә нәшер ителә.
1971—2000 йылдарҙа Барбара Граймс (Barbara F. Grimes) "Этнолог"тың баш мөхәррире була; унан һуң был вазифаны Рэймонд Гордон (Raymond G. Gordon, Jr.) биләй.